Арал диңгеҙе
Озеро | |
Арал диңгеҙе | |
---|---|
ҡаҙ. Арал теңізі, үзб. Orol dengizi, Орол денгизи, ҡарағалп. Aral ten'izi, Арал теңизи | |
Морфометрия | |
Майҙаны | 13 900 км² |
Күләме | 1500—2000 тирәһе км³ |
Гидрология | |
Тоҙлолоғо | Ҡурҡыныс, 51—52 ‰ |
Впадающие реки | Сырдаръя, Амударъя |
Урынлашыуы | |
44°48′47″ с. ш. 59°36′55″ в. д.HGЯO | |
Арал диңгеҙе Викимилектә |
Ара́л диңгеҙе (Арал; ҡаҙ. Арал теңізі, үзб. Orol dengizi, Орол денгизи, ҡарағалп. Aral ten'izi, Арал теңизи) — Урта Азияла Ҡаҙағстан менән Үзбәкстан сигендәге ябыҡ тоҙло күл. 1960 йылдарҙан диңгеҙ кимәле (һыуының күләме) ҙур тиҙлектә кәмей башлай. Сәбәбе: уны һыу менән туйындырып тороусы Амударъя һәм Һырдаръя йылғаларының һыуын баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн алыу. 1989 йылда диңгеҙ ике айырым һыу ятҡылығына: Төньяҡ (Кесе) и Көньяҡ (Ҙур) Арал диңгеҙҙәренә айырыла. 2014 йылда Көньяҡ (Ҙур) Арал диңгеҙенең көнсығыш өлөшө тулыһынса кибә. Һайыҡҡанға тиклем Арал диңгеҙе дәүмәле буйынса донъяла дүртенсе[1] урынды биләгән була.
Тарихи мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элек тә Арал диңгеҙенең кимәле үҙгәреп торған. Уның төбө асылған урындарында ҡасандыр шунда үҫкән ағас ҡалдыҡтары табылған. Кайнозой эраһының уртаһында (21 млн йыл элек) Арал Каспий (Паратетис) менән тоташҡан булған. 1573 йылға тиклем Амударъя үҙенең Узбой тигән ҡулсаһы аша Каспийға, Турғай йылғаһы Аралға ҡоя.
XVI быуат аҙағында — XVII быуат башында диңгеҙ кимәле кәмеү һөҙөмтәһендә Барһакилмәҫ, Каскакулан, Козжетпес, Уялы, Бейектау, Возрождения утрауҙары яһала. Һырдаръяның тамаҡтары — Жанадаръя (1819 йылда) һәм Куандаръя (1823 йылда) Аралдың ҡушылдыҡтары булыуҙан туҡтай.
1848 йылда Ырымбурҙа «Константин» шхунаһы төҙөлә. Шул уҡ йылдың йәйенә шхунаны Һырдаръя тамағы эргәһендәге (Раимское) нығытмаға алып киләләр. 1849 йылда А. Бутаков етәкселегендә Аралды өйрәнеү буйынса тәүге фәнни экспедиция ойошторола. Аралға башлап рекогносцировка (алдан самалап тикшереү) үткәрелә. Тәрәнлеген үлсәйҙәр, Барса-Кельмес үтрауын тулыһынса төшөрөп алалар, яңы утрауҙар төркөмен асалар (Возрождение). Астрономик һәм метеорологик күҙәтеүҙәр яһала.Ҡыш мәлендә боҙ ятыу тарихы өйрәнелә, файҙалы ҡаҙылмалар өлгөһө йыйыла. 1850 йылда Диңгеҙ министрлығының гидрографик департаменты тарафынан Аралдың Диңгеҙ картаһы төҙөлә.
1852 йылда Раим нығытмаһына ҡоролмаған хәлдә «Перовский» һәм «Обручев» пароходтары килтерелә. Арал диңгеҙенә тәүге карап 1853 йылда төшөрөлә.
Арал диңгеҙен артабан өйрәнеүҙәр Урта Азия илдәрен яулап алыуға бәйле хәрби хәрәкәттәр менән бер үк мәлдә алып барыла, һәм унда Арал флотилияһы ла ҡатнаша. 1854 йылдың көҙөндә Арал верфы Раимадан Казалинскиға күсерелә. Арал хәрби флотилияһы хәүефһеҙлекте тәьмин итә, хәрби йөктәрҙе ташый, гидрографик эштәр башҡара. Барлыҡ пароходтар һәм ярҙамсы караптар, ҡоролмалар артиллерия менән ҡоралланған була. 1862 йылда Казалинскиҙа «Арал» и «Һырдаръя» тип аталған яңы пароходтар һыуға төшөрөлә.
1886 йылда А. Никольскый етәкселегендә — Аралдың көнъяғына, академик Лев Берг етәкселегендә диңгеҙҙең төньяғына экспедициялар ойошторола.Һөҙөмтәлә климаты, диңгеҙҙең үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы тураһында ярайһы ғына мәғлүмәттәр туплана. 1905 йылда Рәсәй сауҙәгәрҙәре Лапшин, Риткин, Красильников, Макеев үҙ кәмәләре менән балыҡсылыр берекмәһе төҙөй. Шуның нигеҙендә Аральскта «Хиуа» тигән акционер ойошмаһы барлыҡҡа килә, Аралда балыҡ тотоу кәсепселегенә башланғыс һалына.
XIX быуат — XX быуаттың уртаһы арауығында Аралдың кимәле үҙгәрмәгән тиерлек. 1950 йылдарҙа Арал майҙаны буйынса донъяла күлдәр араһында дүртенсе урын биләгән (68 мең км²); Оҙонлоғо − 426 км, киңлеге — 284 км, иң тәрән урыны 68 м булған.[2]
1930 йылдарҙа Урта Азияла һуғарыу каналдары төҙөлә башлай. 1960 йылдарҙан һуғарыу ҡоролмалары эшләү сикһеҙ көсәйеп, Арал ҙур тиҙлектә һайыға. 1960—1990 йылдар эсендә Үҙәк Азиялағы һуғарыла торған ерҙәрҙең майҙаны 4,5 млн-дан 7 млн гектарға тиклем арта. Төбәктә халыҡ хужалығының һыуға булған ихтыяжы йылына 60 км³-ҙан 120 км³-ға тиклем арта. Уның 90%-ы һуғарыуға тотонола, һәм күп осраҡта исрафлауға юл ҡуйыла.1961 йылдан Аралдың һайығыу тиҙлеге көсәйә барып, йылына 20 см-ҙан 80—90 см-ға етә.
1970 йылдарҙа Аралда 34 төр балыҡ булған. Уларҙың 20-нән артығырағы промысла әһәмиәтенә эйә булған. 1946 йылда Аралда 23 мең тонна балыҡ тотолған. 1980 йылда был күрһәткес 60 мең тоннаға еткән. Аралда Ҡаҙағстан яғынан 5 балыҡ заводы, 1 балыҡ консерваһы комбинаты, 45 балыҡ ҡабул итеү пункты булһа, Үзбәкстан (Ҡараҡалпаҡстан Республикаһы)яғынан — 5 балыҡ заводы, 1 балыҡ консерваһы комбинаты, 20-нән артыҡ балыҡ ҡабул итеү пункты була.
1989 йылда Арал ике һыу ятҡылығына: Төньяҡ (Кесе) и Көньяҡ (Ҙур) Арал диңгеҙҙәренә айырыла. 2003 йылға Аралдың өҫкө йөҙө -¼ өлөшкә, ә күләме 10 % тирәһенә ҡала. 1950—2000 йылдар арауығында абсолют тәрәнлеге 22 метрға кәмеп, 31 метрға ғына тороп ҡала. Балыҡ кәсепселеге Кесе Аралда ғына һаҡланып ҡалған, ә Ҙур Аралда һыуҙың тоҙо күплектән, балыҡтар бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.
2001 йылда Возрождение утрауы ярымутрауға әйләнгән.
2003 йылға Көньяҡ Арал күле Көнбайыш һәм Көнсығыш өлөштәргә айырыла.
2008 йылда Аралдың Үзбәкстан яғындағы өлөшөнә нефть-газ ятҡылыҡтары эҙләп геологик тикшеренеү эштәре үткәрелә. Подрядчик — «ПетроАльянс» компанияһы, заказ биреүсе — Үзбәкстан хөкүмәте[3]. Һайлыҡта ике тораҡтың һәм мавзолей ҡалдыҡтары табылған[4].
Кердери мавзолейы сама менән XI—XIV быуаттарға ҡарай. Нисәмә йылдар 20 м тәрәнлектә ятҡан булған. XIV быуатҡа ҡараған Арал-Асар торағының ҡалдыҡтары табылған.
Экологик эҙемтәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҫыуҙарҙан Һырдаръя һәм Амударъяға кире килеп ҡушылыусы һыуҙар — күл төбөндәге пестицид һәм башҡа төр ағыуҙар һеңдергән ултырмаларҙың төп сығанағы ла инде (тоҙ менән ҡапланған 54 мең км² элекке диңгеҙ төбө). Тоҙ, ағыулы химикаттар, туҙандан торған буран 500 км-ға саңдау булып оса. Натрий гидрокарбонаты, натрий хлориды һәм натрий сульфаты һауа аша таралып ауыл хужалағы культураларының, үҫемлектәрҙең үҫешен тотҡарлап, бергәлектәрҙең юҡҡа сығыуына сәбәпсе булып тора.
2001 йылда Возрождение утрауы материк менән ҡушыла. Ул утрауҙа 1992 йылға тиклем хәрби биохимик лаборатория була. Унда бактериологик ҡорал — себер язваһы, туляремия, бруцеллёз, тағун (чума), тиф, сәсәк микроорганизмдары үрсетеп, шулай уҡ, ботулизм ағыуы етештереп хайуандарҙа тәжрибә үткәрәләр[5]. Әлеге мәлдә, ошо үлемесле микроорганизмдар һаҡланып ҡалып, саң-туҙан һәм кимереүселәр аша башҡа төбәктәргә таралыу хәүефе бар.
1950 йылдарҙан 2000 йылдарға тиклем Обь йылғаһы бассейнынан Арал бассейнына каналдар төҙөп һыу ташларға тигән әллә күпме проекттар тәҡдим ителә. Бының менән Арал яны төбәгендә иәтисадты (шулай уҡ, ауыл хужалығында ла), өлөшләтә Аралды терелтеп булыр ине тигән фекерҙәр әйтелә. Әммә ул проект бик ҡиммәт һәм Себер өсөн эҙемтәләре бик етди, тормошҡа ашырыу мөмкин булған хәл түгел.
Әлеге ваҡытта Каспийҙың бассейнынан Аралға канал төҙөп,Аралдың һәм ҡушылдыҡтарының төбөн таҙартып, диңгеҙҙе кире тергеҙергә тигән проект тәҡдим итәләр. Тик ундай төҙөлөш Ҡаҙағстандан территориаль сығымдар, Ҡаҙағстандан, Рәсәйҙән, Үзбәкстандан, Төрөкмәнстандан һәм башҡа Урта Азия илдәренән бик күп матди һәм интеллектуаль сығымдар талап итә.
2013 йылдың июнендә РФА-ның Океанология институты директорының урынбаҫары Петр Завьялов ултырыштарҙың береһендә Аралдың кибеүе әкренәйҙе тип белдерә. Тоҙлолоғо ныҡ юғары булыуға ҡарамаҫтан, унда үҙенә күрә яңы экосистема барлыҡҡа килгән. «Бик үҙенсәлекле, ләкин тере экосистема», — ти ғалим. Океанология институты үткәргән экспедициялар 40 төр фитопланктон, бик күп биомасса барлыҡҡа килтереүсе, башлыса бер төр ҡыҫаланан торған (Artemia parthenogenetica) зоопланктон барлығын асыҡлай.
Күрһәткестәр | 1960 | 1990 | 2003 | 2004 | 2007 | 2008 | 2009 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Һыу кимәле, м | 53,40 | 38,24 | 31,0 | |||||
Күләме, км³ | 1083 | 323 | 112,8 | 75 | ||||
Өҫлөк майҙаны, тыс.км² | 68,90 | 36,8 | 18,24 | 17,2 | 14,183[6]. | 10,579[6] | 11,8[6] | 13,9[6] |
Минерализация, ‰ | 9,90 | 29 | 78,0 | 91[7] | 100 | |||
Һыу килеме, км³/год | 63 | 12,5 | 3,2[8] |
Диңгеҙ акваторияһында (элекке ярҙарынан 100 км арауыҡта) климат континенталь булып бара: йәй ҡоро һәм эҫе, ҡыш оҙайлы һәм һыуыҡ. Кипкән диңгеҙ төбөнән тоҙло, химикатлы саңдау ел менән башҡа региондарға тарала.
Һайығыу сәбәпле Ҙур Аралдың тоҙлолоғо (10 тапҡыр тиерлек) артыу флора һәм фаунаның юҡҡа сығыуына килтергән[9]. Унда инде балыҡ промыслаһы юҡҡа сыҡҡан, порттары ябылған</ref>[10][11][12][13].
Экологик хәлдең хөртәйеүе арҡаһында Арал яны төбәгендә эшһеҙлек, балалар һәм әсәйҙәре араһында үлем күрһәткестәре үтә лә юғары. 1994—1997 йылдарҙа академик Чаржоу Абдиров Ҡараҡалпакстанда Арал диңгеҙе эргәһендәге халыҡтың экологик хәлен яҡшыртыу өҫтөндә эшләй. Шулай ҙа, Үзбәкстан яғынан диңгеҙҙең кибеүе көслөрәк. (Амударья һыуҙары диңгеҙгә барып етә алмай). Диңгеҙ урынында Аҡҡом сүллеге хасил булған (Аралҡом)[14][15].
Диңгеҙҙең кибеүе һөҙөмтәһендә, уның эргәһендәге төбәктең климаты үҙгәргән.
Элекке порттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аральск (Ҡаҙағстан)
- Муйнаҡ (Үзбәкстан)
- Ҡаҙаҡдаръя (Үзбәкстан)
Элекке утрауҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арал диңгеҙенең элекке утрауҙары:
- Возрождение
- Барһакилмәҫ
- Кокарал
Ҡултыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арал диңгеҙенең ҡултыҡтары:
- Шевченко ҡултығы — Төньяҡ Аралдың өлөшө (Кесе Арал).
- Сарышыганак — Төньяҡ Аралдың өлөшө
- Бутаков ҡултығы — Төньяҡ Аралдың өлөшө.
- Тущибас — хәҙерге ваҡытта күл.
- Чернышёв ҡултығы — Көнбайыш Аралдың өлөшө
Шулай уҡ юҡҡа сыҡҡандары:
- Бозколь
- Аджибай
- Джилтырбас.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Аральское море
- ↑ Коротко об истории Приаралья
- ↑ Красный треугольник на Аральском дне.
- ↑ Аральская Атлантида
- ↑ Остров Возрождения: правда и домыслы об Аральском Полигоне
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Данные 2010 г. Аральское море 2014 йыл 31 октябрь архивланған.
- ↑ Фонд защиты генофонда Приаралья > Эволюция Аральского моря 2007 йыл 20 март архивланған.
- ↑ 2001 йылғы мәғлүмәт
- ↑ Высыхание Аральского моря
- ↑ Возрождённый Арал-2006
- ↑ Кладбище кораблей 2012 йыл 11 июнь архивланған. (фотоальбом южной части Аральского моря, апрель 2010 года)
- ↑ Про маленьких любителей Арала (фотоальбом 2007 года)
- ↑ Аральское море практически уже уничтожено. Фото. 2018 йыл 30 декабрь архивланған.
- ↑ Nukus city город в интернете 2015 йыл 27 декабрь архивланған.
- ↑ Экологическая катастрофа Аральского моря 2018 йыл 29 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Hydrobiology of the Aral Sea. Edited by Nikolay V. Aladin et al. Dying and Dead Seas: Climatic vs. Anthropic Causes. NATO Science Series IV: Earth and Environmental Sciences, Vol. 36. Kluwer, 2004.
- The Aral Sea Disaster. Philip Micklin in Annual Review of Earth and Planetary Sciences, Vol. 35, pages 47-72; 2007.
- The Young Man And The Sea. Gael Guichard. Steppe Magazine, steppe 3, pages 70-95; winter 2007. http://www.exacteditions.com/exact/browse/481/565/3772/2/73?dps=on
- Шило Н. А., Кривошей М. И. Причина исчезновения Арала найдена? // Наука в России. 1995. № 6. С. 85-87.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арал диңгеҙе Викимилектә | |
Арал диңгеҙе Викияңылыҡтарҙа |
- Аральское море // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- «Вслед за уходящим морем» (журнал «Наука и Жизнь»)
- Мониторинг падения уровня Аральского моря 2014 йыл 31 октябрь архивланған.
- Аральское море в книге: А. Д. Добровольский, Б. С. Залогин. Моря СССР. Изд-во Моск. ун-та, 1982.
- Поэтапные космические снимки падения уровня Арала
- Экологические проблемы Аральского моря 2014 йыл 28 февраль архивланған.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |