Арнем-Ленд
Арнем-Ленд | |
Кем хөрмәтенә аталған | Арнем[d] |
---|---|
Дәүләт | Австралия |
Административ-территориаль берәмек | Северная территория[d] |
Арнем-Ленд Викимилектә |
Арнем-Ленд[1][2][3], Арнемленд[4][5][6][7][8], Арнхемленд[3] (ингл. Arnhem Land) — ярымутрау, Австралияның төньяғында урынлашҡан, айырым төбәк булып айырылып тора. Ярымутрауҙа Какаду милли паркы бар, был Бөтә донъя мираҫының объекты.
Төрлө йолаларҙа Арнем-Лендтың сиктәре төрлөсә аңлатыла.
Инглиз телле традицияларҙа Арнем-Ленд тип ғәҙәттә Төньяҡ территорияның төньяҡ-көнсығыш өлөшө, йә уға индерелгән Какаду милли паркы менән бергә иҫәпләнә (яҡынса көнбайыш сиге Мэри йылғаһы буйлап сикләшә), йә булмаһа, унан башҡа (шул саҡта Арнем-Лендтың көнбайыш сиге парктың көнсығыш сиге буйлап үтә . Көнсығышта Арнем-Ленд ике осраҡта ла Карпентарий ҡултығы Карпентарий, ә көньяҡ сиге булып Ропер йылғаһы тора. Ул административ рәүештә (киңәйтелгән вариант буйынса) Уэст-Арнем һәм Ист-Арнем графлыҡтары һәм төньяҡ өлөшөндә Ропер графлыҡтарына бүленгән. Майҙаны яҡынса 97 мең квадрат километр, халҡы 16 230 кеше (2007 йыл).
Совет-рәсәй традициялары буйынса иҫәпләгәндә Арнем-Ленд тип ғәҙәттә, Төньяҡ территорияның бөтә төньяҡ өлөшө тиерлек, көнбайыштағы Дейли йылғаһынан алып көнсығышта Карпентарий ҡултығына тиклемге территория иҫәпләнә. Бындай ҡараштан ҡарағанда, Дарвин — Төньяҡ территорияһының баш ҡалаһы тип иҫәпләнә — ул Арнем-Лендтың төньяҡ-көнбайышында тора,Тимор диңгеҙе, Арафур диңгеҙе һәм уның Карпентарий ҡултығы менән йыуыла.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арнем-Ленд ярымутрауының өҫтө — һөҙәк-убалы плато, төньяҡтағы бейеклеге 180 м, төньяҡтан көньяҡҡа табан 400 метр бейеклектә ята, йылға үҙәндәре менән бүлгеләнгән; төньяҡта киң тигеҙлек менән сикләнеп, диңгеҙгә табан текә яр менән төшә. Ярҙары ныҡ йырғыланған.
Йылға үҙәндәрендә дымлы тропик урмандар бар, елгә ҡаршы торған тау битләүҙәрендә һәм түбәләрендә эвкалипт урмандары һәм саванналар урынлашҡан. Бында Рам-Джангл уран-радий мәғдән ятҡылыҡтары бар.
Телдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төбәк өсөн тел төрлөлөгө хас, был яҡтан арнем-Лендты Яңы Гвинея менән сағыштырырыға мөмкин. Бында 14 австралия тел ғаиләренең 7 төрө бар һәм уларҙан башҡа изоляциялы һәм клссификацияланмаған 8 телдә һөйләшәләр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арнемленд теле
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Австралия // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 188—189. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Австралия // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 1999 г. ; отв. ред.: Т. Г. Новикова, Т. М. Воробьёва. — 3-е изд., стер., отпеч. в 2002 г. с диапоз. 1999 г. — М. : Роскартография, 2002. — С. 270—271. — ISBN 5-85120-055-3.
- ↑ 3,0 3,1 Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 26.
- ↑ Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ [Поспелов географик атамалар донъяһын]
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 с. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
- ↑ [БСЭ (3 издание)]
- ↑ Ҡалып:Книга:БЭС
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арнхемлэнд // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)