Ворута
Ворута | |
Дәүләт | Литва |
---|---|
Ворута (Ворута һарайы) — йылъяҙмала тасуирланған ҡала. Ҡайһы бер литва тарихсылары фекере буйынса Бөйөк Литва кенәзлеге һәм XIII быуатта Миндовгтың хакимлығы осоронда Литва Короллегенең баш ҡалаһы була. Ворута бер яҙма сығанағында ғына телгә алына (Ипатьев йылъяҙмаһында) һәм ул ҡайҙа урынлашҡаны бер кемгә билдәле түгел. Ҡала урыны тураһында бик күп фараздар бар. Шуға ҡарамаҫтан, Ворута — баш ҡала концепцияһы Литвала бик популяр.
Тарихнамәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге һәм берҙән-бер тажланған Литва короле Миндовг 1251 йылда үҙенең кесе туғандары Товтивил һәм Едивидҡа һәм кенәз Жемайтий Викинтҡа ҡаршы эске һуғыш барышында Ворутала оборона тота. Ипатьев йылъяҙмаһынан алынған әлеге мәғлүмәт — Ворута тураһында телгә алынған берҙән-бер яҙма. Миндовг һарайы тағы ла ике урында телгә алына, әммә һарайҙың атамаһы ла, уның урыны ла аныҡланмай. Ошо ҡыҫҡа телгә алыуҙар бер үк нәмә тураһында булыуы асыҡ түгел[1].
Шуға ҡарамаҫтан, XIX һәм XX быуаттарҙа ҡайһы бер тарихсылар ҡаланы «Литваның беренсе баш ҡалаһы» тип атайҙар һәм уның рынлашҡан ерен билдәләргә тырышалар. Дөйөм алғанда, Ворутаның нигеҙләнгән урыны тураһында ун алтынан да кәм булмаған фараз ҡылына. Ҡала Литва һәм Ливония сиктәре районында булыуы ихтимал. XXI быуат башына ҡарата тарихсылар Ворутаны Аникщяй районындағы Шейминишкель ҡаласығында урынлаштырыу яҡлы (Томас Баранаускас ошо версия яҡлы)[2].
Башҡа тикшеренеүселәр раҫлауынса, Ворута — реаль ҡала түгел, ә «капитал» һүҙенең яңылыш аңлатмаһы. Күренекле литва телселәренең береһе — Казимерас Буганың фекеренсә, «ворута» һүҙе «һарай» һүҙен аңлата. Оҡшашлыҡты венгр теленән табып була, сөнки Ужгород (Унгвар) — венгр атамаһы. «Вар» ҡәлғә һүҙен аңлата.
Николай Ермалович версияһы буйынса, йылъяҙманың беренсе редакцияһында, В. Пашуто фаразланыуынса, Новогрудкала яҙылған, булһа кәрәк, Миндовг «вниде во град во Руту» тип яҙылыуы ихтимал. Новогород йылъяҙмаһы өсөн бындай ҡабатлау хас: «на реце на Немне», «за Домонтом за Нальщанским», «на Романа на Брянского». Тимәк, Н. Ермалович йылъяҙмалағы Рута Рута йылғаһында булыуы мөмкин (Сервечь һәм Воловка йылғалары араһында), унда бер нисә ошондай исемле тораҡ бар[3].
Ҡала урынлашҡан ерҙәр исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был урындар төрлө ваҡытта төрлө тарихсылар тарафынан тәҡдим ителә:[4]
- Укмерг районында Бярзгайняй (Петро Тарасенко версияһы буйынса)
- Аникщяй районында Бутейкяй (Казимерас Жебрис версияһы буйынса)
- Новогрудка һарайы[5] (Теодор Нарбут һәм Владимир Пашуто фаразы буйынса)
- Гольшаныла (Кравцевич Александр версияһы буйынсаref>Pawet: Міндоўг. Пачатак вялікага гаспадарства . pawet.net. Дата обращения: 29 декабрь 2015. 2016 йыл 25 ғинуар архивланған.</ref>
- Кярнавала, Фредерик Папее версияһы буйынса)
- Новогрудок янындағы Корелич районы (Николай Ермолович версияһы буйынса)
- Лишкява (Эвалдас Гечиуаскас версияһы буйынса)[6]
- Мядининкай Эвалдас Гечиуаскас версияһы буйынса)
- Расейн районындағы Рочишке (Людвик Кшивицкий версияһы буйынса)
- Расейн районындағы Утуряй (Войцех Кентшиньский версияһы буйынса)
- Гродно өлкәһендәге Ворняны, Белоруссия, (Юлиуш Латковский версияһы буйынса)
- Вильнюс, (Ромас Батура версияһы буйынса)
- Даугай районындағы Варена (Генрик Ловмянский версияһы буйынса)
- Медвегалис районындағы Варняй (Антанас Степонайтис версияһы буйынса)
- Мядель районындағы Заврутки (Вадим Преврацкий версияһы буйынса)
- Аникщяй районындағы Шейминишкель ҡаласығы (Томас Баранаускас һәм Эдуардас Вольтерис версияһы буйынса)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Gudavičius Edvardas. Mindaugas. — Vilnius: Žara, 1998. — ISBN 9986-34-020-9.
- ↑ Томас Баранаускас. Замок Ворута . viduramziu.istorija.net. Дата обращения: 25 март 2017. 2018 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ Ермаловіч, М. Старажытная Беларусь: Полацкі і новагародскі перыяды / М. Ермаловіч. — Мінск: Мастацкая літаратура, 1990.
- ↑ Zabiela Gintautas. Lietuvos medinės pilys. — Vilnius: Diemedis, 1995. — P. 175. — ISBN 9986-23-018-7.
- ↑ Зверуго Я. Г. Верхнее Понеманье в IX—XIII вв. — Минск: Наука и техника, 1989. — 208 с.; ил.
- ↑ Jonas Totoraitis. Sūduvos Suvalkijos istorija. — Marijampolė: A. Reinikio firma «Piko valanda», 2003. — 726 p.: faks. — Orig. išl.: Kaunas, 1938. — ISBN 9986-875-87-0