Эстәлеккә күсергә

Кешегә күпме ер етә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кешегә күпме ер етә
Нигеҙләү датаһы 1886
Рәсем
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә How Much Land Does a Man Require?[d] һәм How Much Land Does a Man Need?[d]
Автор Толстой, Лев Николаевич
Ил Рәсәй
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1886
Место действия Рәсәй империяһы
Файл документа на Викискладе
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]
 Кешегә күпме ер етә Викимилектә

«Кешегә күпме ер етә?» — Л. Н. Толстойҙың 1886 йыл башында яҙылған һәм шул уҡ йылда «Русское богатство» журналының 4-се һанында баҫылып сыҡҡан фәһемле хикәйәләренең береһе. Шул ваҡытта тип әйтерлек «Лев Толстойҙың өс хикәйәһе» йыйынтығында баҫылып уҡ сыға.

Хикәйәлә яҙыусының башҡорттарҙа булған саҡта кисергән тәьҫораттары, Геродоттың (уның әҫәрҙәрен ул ваҡытта Толстой төп нөхсәлә уҡый[1])) скиф риүәйәттәре һәм Ғайса пәйғәмбәр, шулай уҡ Будда тәғлимәттәре менән мауығыуы сағылдырыла. Төп геройҙың дала ерҙәрен йәйәүләп үтеүен Толстой ғибрәт алырлыҡ хикәйә — кешенең матди байлыҡты рухи ҡиммәттәрҙән өҫтөнөрәк ҡуйған ғүмере метафораһы булараҡ бирә.

Хикәйәнең төп геройы — крәҫтиән Пахом — байлыҡ туплау теләге менән яна. «Ерем күп булһа, мин бер кемдән дә, хатта шайтандың үҙенән дә ҡурҡмайым!» — ти ул ҡыҙған сағында. Мейес артында ятҡан Шайтан, быны ишетеп, Пахомды һәләкәткә табан этәрә: «Мин һиңә ерҙе бик күп бирермен. Ер менән бергә үҙеңде лә ҡуйыныма алырмын», — ти ул. Пахом үҙ биләмәләрен арттырғандан-арттыра бара, әммә уға һаман да әҙ булып тойола.

Ауыл аша үтеп барған сауҙагәр Пахомға башҡорттарҙың үҙ ерҙәрен бик арзан ғына хаҡҡа һатыуы тураһында һөйләй — сауҙагәр ни бары мең тәңкәгә генә биш мең дисәтина ер һатып алыуға өлгәшкән, ә бына Пахом ун тапҡыр бәләкәйерәк участканы мең ярым һумға алырға йыйына икән.

Пахом башҡорттарға юллана, ә улары мең тәңкә өсөн уға бер көндә күпме ерҙе йүгереп үтә ала, шул тиклем ер бирәсәктәре тураһында белдерә. Ер алыу өсөн йүгереү көнө алдынан төнөн Пахом сәйер төш күрә: имеш, ауыл аша үткән сауҙагәр тәүҙә йыуан башҡортҡа, шунан мөгөҙлө щайтанға әйләнә, ә уның аяҡ аҫтында Пахомды үле кәүҙәһе ята.

Пахом иртән иртүк дала буйлап ҡояш артынан йүгерә башлай. Күпме ерҙе урап үтеүен алда иҫәпләп ҡуймағанға күрә, ҡояш байыуға яҡынлашҡанда, йәғни ҡайтыу ваҡыты етә башлағанда Пахом юлының башланған урынынан бик алыҫ була. Ул йәһәтерәк ҡайтырға тырыша: бар көсөнә йүгерә, йөрәгенең ҡыҫҡылап алыуына ла иғтибар итмәй. Ҡояш байый, Пахом йыуан башҡорт алдынан барып тәгәрәй һәм шунда уҡ йән бирә. «Эй, молодец!» — тип ҡысҡырып ебәрә старшина. — «Ҡалай күп ер алыуға өлгәштең!»

1886 йылдың 4 апрелендә Мәскәү университетында булып үткән күмәк уҡыуҙа хикәйә тыңлаусыларҙа юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. С. А. Толстая иренә түбәндәгеләрҙе яҙа: «яҙыу стиле ҡәтғи, ҡыҫҡа, артыҡ һүҙ бутҡаһының булмауы, аккорд кеүек теүәл булыуы: йөкмәткеһе ҙур, ә һүҙҙәре аҙ һәм был бар кешегә лә тулыһынса оҡшай».

Людвиг Витгенштейн һәм Джеймс Джойс, хикәйә Толстой ижадының иң юғары нөктәһе, тип атай; Джеймс Джойс вафаты алдынан тип әйтерлек ҡыҙына яҙған хатында хикәйә авторын «донъя әҙәбиәтендә бөйөктәрҙең бөйөгө» булараҡ баһалай. А. П. Чехов «Крыжовник» хикәйәһендә, киреһенсә, Толстойҙың фекеренә ҡаршы үҙ фекерен әйтә.

Я. И. Перельман был хикәйәнең аҙағын «Мауыҡтырғыс геометрия» китабында файҙалана. Уның иҫәбе буйынса, Пахом бер көндә 40 саҡрым юл үткән һәм 8 000 десятинә ер билдәләгән (78 квадрат саҡрым).

  1. Альтман Моисей. Сказка о земле // Звезда. — 1936. — № 7. — С. 208—211.