Эстәлеккә күсергә

Пучхон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пучхон
Байраҡ
Рәсем
Рәсми атамаһы 부천시
Дәүләт  Көньяҡ Корея
Административ-территориаль берәмек Кёнгидо[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+9:00[d]
Ойошма ағзаһы Creative Cities Network[d][1]
Халыҡ һаны 867 678 кеше (2008),
792 561 кеше (2022)[2],
781 119 кеше (2023)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 16 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Кавасаки[d], Окаяма[d], Харбин[d], Хабаровск, Валенсуэла[d] һәм Бейкерсфилд[d]
Милке Bucheon Stadium[d]
Майҙан 53,44 км²
Почта индексы 420010–428843
Рәсми сайт bucheon.go.kr
Урынлашыу картаһы
Карта
 Пучхон Викимилектә

Пучхон (кор.부천시?, 富川市?, Bucheon-si) — Көньяҡ Кореяла Кенгидо провинцияһындағы ҡала. Пучхон властары Судогвон баш ҡала төбәгенең мәҙәни баш ҡалаһы концепцияһын үҫтерәләр.

1914 йылда Инчхон ҡалаһының һәм Пупхен өйәҙенең бер нисә районы «Пучхон» исеме аҫтында берләштерелә. 1931 йылда Кенам районы (мен) Соса итеп үҙгәртелә (кор. 소사면). 1941 йылда Соса юғары «ып» административ статусын ала. Япониянан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Пучхондың көнбайыш өлөшө ҡабаттан Инчхонға ҡушыла. Пучхонға 1973 йылда ҡала статусы бирелә.

1988 йылда Пучхон ике округҡа бүленә: Намга (көньяҡ) һәм Чунгу (үҙәк). Тиҙҙән Намга Сосагу тип атала. 1993 йылда Чунгуны бүлгәндән һуң ике яңы округ ойошторола: Вонмигу һәм Оджонгу[4].

Пучхон — ныҡ күп халҡы менән территорияһы буйынса сағыштырмаса ҙур булмаған ҡала. Инчхон һәм Сеул ҡалалары араһында ята. Ҡаланың бөтә тиерлек территорияһын торлаҡ кварталдар биләй.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пучхон административ яҡтан 3 (гу) һәм 37 тонға (дон) бүленә:[5]

Округ Район Хангыль Майҙан, км² Халҡы
Вонмигу (원미구) Вонми-идон 원미2동 0,51 16 540
Вонми-ильдон 원미1동 0,99 20 690
Йонгок-идон 역곡2동 1,10 18 067
Йонгок-ильдон 역곡1동 1,13 19 550
Сандон 상동 0,91 22 055
Сан-идон 상2동 32 712
Сан-ильдон 상1동 2,25 28 478
Сан-самдон 상3동 34 290
Симгок-идон 심곡2동 0,59 16 579
Симгок-ильдон 심곡1동 0,47 14 292
Симгок-самдон 심곡3동 0,43 15 598
Сосадон 소사동 0,55 11 056
Тодандон 도당동 2,01 26 182
Чундон 중동 0,94 18 613
Чун-идон 중2동 1,17 32 823
Чун-ильдон 중1동 1,25 36 118
Чун-садон 중4동 8,05 23 890
Чун-самдон 중3동 0,93 27 437
Чхуныйдон 춘의동 2,92 16 483
Яктэдон 약대동 0,69 10 396
Оджонгу (오정구) Вонджон-идон 원종2동 0,78 25 420
Вонджон-ильдон 원종1동 1,61 27 221
Коган-ильдон 고강1동 1,84 17 883
Коган-пондон 고강본동 1,71 35 597
Оджондон 오정동 6,88 23 321
Синхындон 신흥동 3,14 21 841
Сонгоктон 성곡동 4,09 44 445
Сосагу (소사구) Квеандон 괴안동 1,03 24 582
Помбактон 범박동 2,92 22 119
Симгок-пондон 심곡본동 0,95 20 656
Симгок-понильдон 심곡본1동 0,76 20 567
Соса-понильдон 소사본1동 1,21 16 283
Соса-понидон 소사본2동 0,8 10 987
Соса-понсамдон 소사본3동 1 37 041
Соннэ-идон 송내2동 1,24 28 210
Соннэ-ильдон 송내1동 1,13 23 856
Соннэ-самдон 송내3동 1,79 25 834

Юғары уҡыу йорттарына Пучхон колледжы, Юхан колледжы, Корея католик университетының Пучхон кампусы һәм Сеул теология университеты инә.

Туризмы һәм иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пучхон ҡалаһының туристик һәм мәҙәни тормошон түбәндәге иҫтәлекле урындар билдәләй:

  • Пучхон филармония оркестры — Кореяла иң билдәле оркестрҙарҙың береһе.[6] Пучхон филармонияһы 2005 йылда Көньяҡ Кореяла Нобель премияһының аналогы булған Хоам премияһын алған беренсе музыкаль коллектив булып тора[7]
  • Пучхон кинофестивале — 1997 йылдан ҡалала үтә. Был фестиваль фантастик киноға махсуслашҡан[8][9]
  • Анимация музейы — Вонмигу округында урынлашҡан.[10]
  • Быяла һәм керамика музейы —18— 20-се быуат сит ил Европа оҫталарының экспонаттары ҡуйылған[10]
  • Поксаголь сәнғәте фестивале — 1985 йылдан йыл һайын яҙ уҙғарыла. Фестиваль сиктәрендә театр сығыштары, рәссамдарҙың һәм әҙиптәрҙең күргәҙмәләре, музыкаль конкурстар, фольклор коллективтарының сығыштары үткәрелә[11]
  • Донъя архитектураһы шедеврҙары паркы — был паркта донъя архитектураһының кесерәйтелгән шедеврҙары ҡуйылған. Бында Сидней операһы бинаһын, Эйфель башняһын, Василий Блаженный ҡорамын һәм башҡа данлыҡлы ҡоролмаларҙы күрергә мөмкин[12]
  • Тончхан акробатика театры — Кореяның иң боронғо театрҙарының береһе, 70 йыл дауамында эшләй[12]

Пучхон Көньяҡ Кореяла һәм сит илдә бер нисә туғандаш ҡалаға эйә[13]:

Ил эсендә
  • Корея Республикаһы Хвасон ҡалаһы, Кенгидо провинцияһы — 1996
  • Корея Республикаһы Понхва өйәҙе, Кенсан-Пукто провинцияһы — 1997
  • Корея Республикаһы Муджу өйәҙе, Чолл-Пукто провинцияһы — 1997
  • Корея Республикаһы Сонпхагу округы, Сеул ҡалаһы — 1996
  • Корея Республикаһы Окчхон өйәҙе, Чхунчхон-Пукто провинцияһы — 1997
  • Корея Республикаһы Каннын өйәҙе, Канвондо провинцияһы — 1997
Сит илдәрҙә
  • Города Южной Кореи
  1. https://en.unesco.org/creative-cities/bucheon
  2. (unspecified title)Министерство общественной администрации и безопасности.
  3. https://kosis.kr/statHtml/statHtml.do?orgId=101&tblId=DT_1B040A3&checkFlag=N
  4. История Пучхона. (кор.). Дата обращения: 16 ғинуар 2011. 2004 йыл 14 декабрь архивланған.
  5. Административное деление Пучхона. (кор.). Дата обращения: 16 ғинуар 2011. Архивировано 9 февраль 2012 года.
  6. Пучхонский филармонический оркестр. Дата обращения: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
  7. Официальный сайт Пучхонского филармонического. Дата обращения: 16 ғинуар 2011.
  8. Пучхонский кинофестиваль. Дата обращения: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
  9. Официальный сайт пучхонский кинофестиваля. Дата обращения: 16 ғинуар 2011.
  10. 10,0 10,1 Музеи Пучхона. Дата обращения: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
  11. Фестиваль Поксаголь. Дата обращения: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
  12. 12,0 12,1 Парк мировой архитектуры. Дата обращения: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
  13. Города-побратимы Пучхона. Дата обращения: 16 ғинуар 2011. 2011 йыл 22 сентябрь архивланған.