Сабирова Ләлә Нәғим ҡыҙы
Сабирова Ләлә Нәғим ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 1947 |
---|---|
Тыуған урыны | Бейек тау районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мөхәррир |
Сабирова Ләлә Нәғим ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Ғимаҙиева, 1 март 1947 йыл, РСФСР, ТАССР, Дөбъяҙ районы, Мәмдәл ауылы) — балалар яҙыусыһы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Татарстан Журналистар (1988) һәм яҙыусылар (1995) союзы ағзаһы. Сажидә Сөләймәнова премияһы лауреаты (2013).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сабирова Ләлә Нәғим ҡыҙы 1947 йылдың 1 мартында Татарстан Республикаһы Дөбъяҙ (1963 йылдан Йәшел Үҙән районы, 1965 йылдан Бейек тау районы)[1] районының Мәмдәл ауылында ете балалы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Мәмдәл урта мәктәбен (1964)[2], Ҡазан дәүләт университетының тарих-филология факультетын (1969) тамамлаған.
1969 — 1971 йылдарҙа «Татарстан яшьләре» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр.
1971 — 1988 йылдарҙа Бейек тау районы Оло Битаман ауылы мәктәбендә уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эшләй.
1988 йылдан Ҡазанда «Йәш ленинсы» гәзитенең (1990 йылдан «Сабантуй» гәзите, 2014 йылдан «Сабантуй» журналы) әҙәби хеҙмәткәре, яуаплы сәркәтибе, баш мөхәррир урынбаҫары, 1995 — 2014 йылдарҙа баш мөхәррир булып эшләй.
1960 йылдарҙа беренсе хикәйәләре «Колхозчы» исемле район гәзитендә, «Пионер» (хәҙерге «Ялҡын») журналында күренә. Бәләкәйҙәр өсөн яҙған ҡыҫҡа хикәйәләре 1964 йылда «Тылсымлы таяҡ» исемле коллектив йыйынтыҡта баҫыла.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кызарган алмалар. К.: ТКН, 1986.
- Мыеклы фәрештә.К.: ТКН, 1999.
- Бер уч борчак. К.: ТКН, 2016. ISBN 978-5-298-03104-2
- Ике әни һәм математика. К.: ТКН, ?
Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мартта кабынган йолдызлар. Ләлә Сабирова. «Сөембикә», 2017 ел, март, 63нче бит.
- Рәис Даутов. Балачак әдипләре: биографик белешмәлек. К.: «Мәгариф», 2004.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сабирова Ләлә. Матбугат.ру
- Ләлә Сабирова. 2021 йыл 24 сентябрь архивланған. Әхмәт Дусайлының шәхси порталы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кыска хикәяләре online 2021 йыл 19 апрель архивланған. «Татарстан» журналы сайтында
- «Куллары йомшак иде» хикәясе. 2019 йыл 16 июль архивланған. «Сөембикә» журналы сайтында
- «Бер уч борчак» хикәясе. «Казан утлары» журналы сайтында
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [Татарский энциклопедический словарь] К.: Институт татарской энциклопедии АН РТ, 1999. ISBN 0-9530650-3-0
- ↑ Хәй Вахит исемендәге Мәмдәл гомуми урта белем бирү мәктәбе. 2021 йыл 19 апрель архивланған. «Татарстан Республикасында электрон мәгариф» порталы
- ↑ В Альметьевске состоялось вручение литературных премий им. С. Сулеймановой. 2021 йыл 19 апрель архивланған. VolgaNews.Ru, 24.10.2013