Ҡаҡы
Ҡаҡы | |||||||||||||||||||
Свербига восточная (Bunias orientalis) | |||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||
Bunias L. (1753) | |||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||
Төр өлгөһө | |||||||||||||||||||
|
Ҡаҡы (рус. Свербига восточная, лат. Bunias orientalis L.) — ике өлөшлөләр класының әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Йыуан һабаҡлы, киртләс япраҡлы, сәскәләре һары. Әскелт тәмле, ашарға яраған үҫемлек.
Ҡала парктарында ла, болондарҙа ла, юл ситтәрендә лә осратырға мөмкин. Үҙенсәлекле япрағы ла, һабағы ла ҡаҡыны башҡа үҫемлектәрҙән айырырға ярҙам итә.
Башлыса япраҡтарҙан һәм ҡабығынан әрселгән һабағын ашарға була. Ҡаҡы бик тиҙ үҫә һәм ҡата, шуға уны йәш сағында ашарға кәрәк.
Ҡаҡының һабағы ғына түгел, япраҡтары, хатта тамыры ла ашарға яраҡлы. Көҙөн ҡаҙып алынған тамырын шул килеш ашарға мөмкин.
Бешерергә лә була, тоҙлағанда керәнде лә алмаштыра. Таҙартылған һабаҡты киҫкеләп, бәлеш эслегендә ҡулланырға мөмкин. Сәскәгә тумаланған өлөшөн табала ҡыҙҙырып бик тәмле һәм үҙенсәлекле ризыҡ әҙерләргә була.
Тәме редисты хәтерләтә, шунлыҡтан турамаларға ошо йәшелсә урынына ла һалалар. Һабаҡтарын һәм япраҡтарын ашҡа өҫтәйҙәр. Быҡтырып, ит, балыҡ ризыҡтары менән табынға бирәләр.
Йәш һабаҡтарында, япраҡтарында С витамины, тимер, баҡыр, бор, марганец, молибден, титан, аҡһымдар, эфир майҙары, азотһыҙ экстрактив матдәләр бар.
Халыҡ дауаһы булараҡ ҡаҡыны зәңгегә, бабаһырҙарға ҡаршы ҡулланалар. Ҡаҡыны киптерәләр, тоҙлайҙар, әсетәләр. Тәүгә үҫеп сыҡҡандарының тамырын керән урынына ла файҙаланалар.
Үҫеп еткән ҡаҡы сәскәгә күмелгәс, һап-һары ялбып таждары менән тирә-яҡты йәмләп ултыра. Уның ағас һымаҡ ҡаты һабағы бесәнлектәрҙе сүплеккә әйләндерә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаҡы. «Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә 2017 йыл 19 май архивланған.
- Экологический центр
- Кладововая леса
- Шәрәфетдинов Д.М. Йәшел байлыҡ. -Өфө; Китап, 2011. ISBN 978-5-295-05347-4
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0. Entry for Bunias L. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 20 февраль 2012)