Эстәлеккә күсергә

Үәхи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Үәхи (ғәр. وحي‎) — Исламда — пәйғәмбәрҙәргә туранан-тура йәки аралашсы аша тиҙ һәм йәшерен ысул менән мәғлүмәт еткереү. Бындай мәғлүмәттәр аныҡ ҡына һәм ике төрлө уйламаҫлыҡ итеп ғәмәл ҡылырға бойороҡ рәүешендә тапшырыла.

Үәхи тапшырылыу юлдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолмандар инаныуынса, үәхи Аллаһы Тәғәләнең һайланмыш кешеләренә төрлө юлдар менән тапшырыла:

  1. Күрәҙә төштәр: Аллаһ пәйғәмбәрҙәренә мәғлүмәтте тормошта ҡабатланасаҡ төш итеп ебәргән. Тәүге үәхи Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ﷺ тап шулай килгән дә. Һуңғараҡ уның күргән төшө өндә бар ваҡлыҡтарына тиклем ҡабатланған.
  2. Пәйғәмбәрҙең күңеленә аралашсыһыҙ ғына һалыу.
  3. Күренмәй генә хәбәр еткереүсе аралашсы аша, кеше тауышы менән. Йәғни, пәйғәмбәр һүҙҙәрҙе ишетә, әммә әйткән аралашсыны күрмәй.
  4. Мәғлүмәтте фәрештәләр аша еткереү. Был фәрештә үҙ һынында ла, берәй кеше һынында ла килеүе ихтимал. Ул кеше үҙ-үҙен күреп, ишетеп торған саҡтар ҙа булған. Ҡөрьән ошо ысул менән, йәғни фәрештә аша тапшырылған. Аллаһы тәғәлә менән Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ араһында һөйләшеү аралашсы — Ябраил фәрештә аша барған.

Үәхи килә башлау менән Мөхәммәт Пәйғәмбәргә Уның Аллаһы тәғәләнең Рәсүле икәне хәбәр ителгән.

Ҡөрьәнгә ҡайһы саҡ бер генә аят иңгән. Ҡайһы мәл тотош сүрә йә уның өлөшө ебәрелгән. Был 23 йыл арауығында дауам иткән.

Йыш ҡына килеп тыуған һорауҙарға йәки ҡыйын хәлгә яуап рәүешле асылған.

Һуңғы аят булып Бәҡара сүрәһенең 281-се аяты килгән.

« Һәм Аллаға ҡайтарыла торған көнөгөҙҙән һаҡланығыҙ; ул көндө һәр йәнгә нимә ҡаҙанған булһа, шул теүәл түләнер, һәм уларға золом булмаҫ!
»

Ҡөрьән, Ҡөрьән-Шәриф — Аллаһы тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәт Саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләмгә үәхи ебәреп барлыҡҡа килгән изге китап. Ҡөрьәндәге һүҙҙәр — Аллаһы тәғәлә һүҙҙәре.

  • Ҡөрьән
  • «Мухтасар Ильмихал» и «Temel Dini Bilgiler», Sayf-ud-din Yazıcı, Ankara-1996