14 апрель
Уҡыу көйләүҙәре
14 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
14 апрель Викимилектә |
14 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 104-се (кәбисә йылында 105-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 261 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Топ-менеджерҙар көнө (апрелдең икенсе кесаҙнаһы).
- Венгрия: Китапханасылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Яза башҡарыу системаһының медицина хеҙмәте көнө.
- 1618: Новокузнецк ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1923: СССР-ҙа донъялағы иң эре булып танылған «Наука» фәнни нәшриәте эш башлай.
тулы исемлек
- 1927: Швецияла тәүге «Вольво» автомобиле эшләп сығарыла.
- 1945: СССР Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге Баш ботаника баҡсаһы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русских Николай Андреевич (1920—16.05.1979), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры.
- Маслов Владимир Петрович (1925—24.9.1988), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1974—1980 йылдарҙа Тымыҡ океан флоты командующийы, адмирал (1975). РСФСР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин, Октябрь Революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Шәмсиә Нагаева (1940—17.04.2022), йырсы, педагог. 1974—1983 йылдарҙа Ишембай ҡалаһы балалар музыка мәктәбе директоры, 1990—2008 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).
- Фәхретдинов Фәтхинур Әүлийәр улы (1945), хужалыҡ эшмәкәре. 1979—2004 йылдарҙа Кушнаренко районының Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Әхмәт ауылынан.
- Хантимеров Фоат Ғәләүетдин улы (1950), дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1994—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының финанс министры, 2002 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының I—V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Уҫман-Ташлы ауылынан.
- Шәрипов Глүс Ләбиб улы (1950), ғалим-физик химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1996—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумының баш ғилми секретары, 2011—2016 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Президиум рәйесе урынбаҫары. Химия фәндәр докторы (1992), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Борай ауылынан.
- Вәлитов Миҙхәт Хәбибулла улы (1950), хужалыҡ эшмәкәре. 1995—2002 йылдарҙа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының I саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың элек Туҡай ауыл Советына ҡараған, хәҙер бөткән Шишмә ауылынан.
- Ғәҙелшин Рөстәм Рәшит улы (1955—10.05.2016), ғалим-математик. 2003 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының математик анализ кафедраһы, 2011—2016 йылдарҙа — математика һәм статистика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Малиев Николай Михайлович (1841—1906), табип, этнограф, антрополог. Медицина докторы (1874). Статский советник. 1869 йылдан Ҡазан университеты уҡытыусыһы. Өфө губернаһына 1875 йылғы экспедиция ваҡытында Көньяҡ Урал халыҡтарының антропологик типтарын өйрәнеүсе, башҡорттарҙың дала (Дим һәм Өршәк йылғалары бассейнында йәшәгән) һәм урман (Эҫем йылғаһы бассейнында йәшәгән) типтарын асыҡлаусы. 4-се дәрәжә Изге Владимир, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Изге Анна, 2-се дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск ҡалаһынан.
- Тяжёва Александра Павловна (1901—14.10.1978), ғалим-геолог. 1928 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан экспедицияһы геология отрядының геология разведка партияһы хеҙмәткәре; 1931—1958 йылдарҙа Көньяҡ Урал геология идаралығының төп геологы, партия начальнигы; 1952—1973 йылдарҙа Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1958—1970 йылдарҙа стратиграфия һәм палеонтология лаборатория мөдире. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1947). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1951). Ленин (1954) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлдашев Марс Тимербулат улы (1937), ғалим-табип-хирург, йәмәғәтсе. 1965—1966 йылдарҙа һәм 1969 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994 йылдан Дипломдан һуң белем биреү институты деканы, 1996—2011 йылдарҙа В. М. Романкевич исемендәге оператив хирургия һәм хирургик анатомия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001—2004 йылдарҙа педиатрия факультеты деканы. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәйҙең (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы.
- Сөнәғәтуллина Мәрйәм Сафи ҡыҙы (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 2004—2019 йылдарҙа «Ҡарағай» шифаханаһының табип-рефлексотерапевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.
тулы исемлек
- Рахманов Марат Ғарифйән улы (1952), сәнәғәт өлкәһе, комсомол һәм партия органдары, дәүләт хеҙмәте ветераны. 1975 йылдан Өфө электр лампалары заводы инженеры; 1977—1989 йылдарҙа комсомол һәм партия органдары, 1994 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2001 йылдан — бүлек мөдире, 2004 йылдан — бүлек мөдире — мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы урынбаҫары; 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президент Советының техник секретары. 1-се класлы дәүләт советнигы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Түбәнге Ҡаръяуҙы ауылынан.
- Суфиянов Риф Мөхәмәткәрим улы (1962), уҡытыусы, комсомол органдары һәм дәүләт хеҙмәткәре. Афған һуғышында ҡатнашыусы. 1999 йылдан ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республика комитетының башҡарыусы директоры. 2009—2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, СССР Юғары Советы Президиумынының «Афғанстан Республикаһында интернациональ бурыс үтәгәне өсөн» грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Бәрҫеүән ауылынан.
- Ҡәйепова Рәсимә Насирйән ҡыҙы (1967), педагог. 1985 йылдан Хәйбулла районының Сәғит мәктәбе, 2001 йылдан — Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицейы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Хәлил ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлин Рәшит Ғата улы (1923—3.12.2012), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1985 йылдарҙа Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр урта мәктәбе директоры. РСФСР һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Андрианова Клавдия Александровна (1928—30.11.1998), һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. 1944 йылдан Хәйбулла районы дауаханалары, шул иҫәптән 1962—1987 йылдарҙа Сиҙәм ауыл участка дауаханаһының шәфҡәт туташы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956). Сығышы менән ошо райондың Ивановка ауылынан.
тулы исемлек
- Агиш Ғирфанов (1928—8.11.1999), башҡорт сатирик яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының (1978) һәм РСФСР-ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Маркин Васиий Андреевич (1928—?), водитель. 1944—1988 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы шофёры. Ленин (1976) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Ҡағы ауылынан.
- Мөхтәрова Рәйсә Мөхәмәҙи ҡыҙы (1943), педагог. 1964—2008 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Әбйәлил районы Сиҙәм урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1976 йылдарҙа кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы, 1983 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1986 йылдан — мәктәп директоры, 1998—2008 йылдарҙа — социаль педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1994), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән ошо райондың «Ҡыҙыл Башҡоростан» совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһынан.
- Өмөтҡужина Хәмдениса Әүбәкер ҡыҙы (1948), педагог. 1966 йылдан Әбйәлил районы Амангилде, 1982—2009 йылдарҙа — Таштимер урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2001). Сығышы менән ошо райондың Әбделғәзе ауылынан.
- Субботина Лидия Вячеславовна (1958), педагог, Балаҡатай районы Ҡарлыхан урта мәктәбе уҡытыусыһы, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Касеев Рөстәм Рәсиҡ улы (1929—29.10.1997), цирк артисы, акробат, дрессировщик. Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1975) халыҡ артисы. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1997). Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы лауреаты Мәскәү, 1977).
- Һөйәрғолова Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы (1934—?), педагог. 1956—1975 йылдарҙа Бөрйән районы мәктәптәре уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1979).
тулы исемлек
- Байымов Илсур Әхтәр улы (1974), театр артисы. 1995 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1695: Пьетро Гварнери, Италияның скрипка яһау оҫтаһы.
- 1870: Виктор Борисов-Мусатов, Рәсәй империяһы рәссамы.
тулы исемлек
- 1870: Нариман Нариманов, Рәсәй империяһы, СССР һәм Әзербайжандың дәүләт эшмәкәре, табип, шағир һәм үҙешмәкәр артист.
- 1900: Ғүмәр Толомбай, СССР яҙыусыһы, Татарстандың юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- 1915: Пётр Глебов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1920: Ирина Ликсо, театр һәм кино актрисаһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1925: Род Стайгер, АҠШ актёры, «Оскар» кинопремияһы лауреаты.
- 1930: Витаутас Жалакявичус, кинорежиссёр, сценарист, РСФСР һәм Литва ССР-ының халыҡ артисы.
- 1930: Брэдфорд Диллман, АҠШ актёры.
- 1930: Таһир Нурмөхәмәтов, СССР журналисы, тәржемәсе, Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- 1945: Ричи Блэкмор, Бөйөк Британияның рок-музыканты, йырсы һәм композитор.
- 1950: Ирек Сабиров, СССР-ҙың хеҙмәт ветераны, шағир. 1999—2017 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Яманйылға районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, «Илһам шишмәләре» шиғри фестиваль лауреаты (Бәләбәй, 2002).
- 1965: Юкихиро Мацумото, Япония программисы, «Ruby» программалау телен төҙөүсе.
- 1759: Георг Фридрих Гендель, барокко эпохаһында ижад иткән Германия композиторы.
- 1969: Сөләймәнова Гүзәл Ғәли ҡыҙы, башҡорт балет артисы, РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1953) халыҡ артисы.
тулы исемлек
- 1986: Симона де Бовуар, Франция яҙыусыһы, философ, феминизм идеологы.